Ответы 1

  • "Урал батыр” эпосы - тәрбиә ҡанундары тупланмаһы Был мәшһүр эпос ижад ителгән осор менән беҙ йәшәгән заман араһында тиҫтәләгән быуат ята. Шуныһы ғәжәп: кешенең күңел донъяһы йылдар арауығына ла, заман шауҡымына ла әллә ни бирешмәй. Яратыу — яратмау, яҡшылыҡ — яманлыҡ, киң күңеллелек — көнсөллөк, асыҡлыҡ — аҫтыртынлыҡ, ғәмлелек — битарафлыҡ, ихласлыҡ — ике йөҙлөлөк, йомартлыҡ — ҡарунлыҡ һәм башҡа шундай төшөнсәләр әллә ни үҙгәрмәгән тиерлек. Шундай уҡ ҡаршылыҡлы, шундай уҡ сетерекле улар. Кешенең күңел донъяһын тәшкил иткән ошо төшөнсәләр хаҡында беҙҙең тиңе булмаған бөйөк рухи ҡомартҡыбыҙ. Әҫәрҙә бөгөнгө көнгә ауаздаш фәһемле фекерҙәр бихисап, сөнки ул — тәрән фәлсәфәүи әҫәр. Әле тәҡдим ителгән мәҡәләлә иһә “Урал батыр”ҙағы бер генә тармаҡҡа — тәрбиә һабаҡтарына айырым туҡталып, иғтибарҙы көсәйтеп, өйрәнерлек өлөштәрен миҫалға килтереп, атай-әсәйҙәрҙең, шулай уҡ халҡыбыҙҙың киләсәген тәрбиәләүсе уҡытыусыларҙың үтә лә мөһим эштәрендә ярҙам итеү күҙҙә тотола. Тәрбиә — ул күмәртәләп һабаҡ биреү йәки мәғлүмәттәрҙе аңға нышыптыңҡыслап тултырыу түгел, ә үҙтәрбиә менән шөғөлләнеүгә нигеҙ һалыу, ҡанға һеңгән эске энергияны уятып ебәреү өсөн этәргес биреү, йүнәлеш күрһәтеү. Эпостың һәр һүҙенә, кинәйә менән яҙылған фекеренә иғтибар итеп уҡып сыҡһаҡ, халҡыбыҙ аҡылынан ҙур фәһем алырбыҙ. Һәр нәмәнең — үҙ мәле “Урал батыр” эпосынан: Икегеҙ ҙә — баламһыҙ, Күҙебеҙҙең ҡарамһыҙ. Тешәр сағығыҙ үтмәгән, Быуынығыҙ ҡатмаған; Ҡулға суҡмар тоторға, Мин ни бирһәм, ашағыҙ, Мин ҡушҡанды эшләгеҙ; Күнегергә һыбайға — Ана, болан менегеҙ, Сыйырсыҡтың тубына Яғылбайҙы сөйөгөҙ; Һыуһаһағыҙ уйында, Ана, аҡ һыу эсегеҙ, Ҡабырсаҡҡа тултырған Ҡандан ауыҙ тартығыҙ
  • Добавить свой ответ

Еще вопросы

Войти через Google

или

Забыли пароль?

У меня нет аккаунта, я хочу Зарегистрироваться

How much to ban the user?
1 hour 1 day 100 years